-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Август 2021, 15:12

Ҡалай матур мәктәп!

Тиҙҙән Салауат районының Лаҡлы ауылында мәктәп менән балалар баҡсаһы комплексы үҙ ишектәрен асасаҡ. 

Ҡалай матур мәктәп!
Ҡалай матур мәктәп!

Тиҙҙән Салауат районының Лаҡлы ауылында мәктәп менән балалар баҡсаһы комплексы үҙ ишектәрен асасаҡ. Мәктәп – 80 уҡыусыға, ә балалар баҡсаһы 40 бәләкәскә иҫәпләнгән.

БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығында билдәләүҙәренсә, бөгөнгә төҙөлөштөң төп эштәре, эске һәм тышҡы яҡтан биҙәкләү тамамланған. Әлеге ваҡытта биләмәне төҙөкләндереү менән шөғөлләнәләр. Яңы бина балаларҙы яңы уҡыу йылына ҡабул итергә тулыһынса әҙер буласаҡ, тип күҙаллана.

Биләмәне төҙөкләндереү йәһәтенән бында әле асфальт түшәү, йәшелләндереү, спорт һәм уйын ҡорамалдары ҡуйыу, шулай уҡ бина янын бәләкәй архитектур ҡоролмалар менән биҙәү эштәре алып барыла. Балалар баҡсаһына йөрөйәсәк бәләкәстәрҙең ял урындарына, уйын һәм спорт майҙансыҡтарына хәүефһеҙ резина япма түшәлә.

Мәктәп-балалар баҡсаһы комплексының дөйөм майҙаны дүрт мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә. Уны сафҡа индереүгә ҡағылышлы рөхсәт ҡағыҙҙары һәм тейешле һығымта алынған. Мәктәп тә, балалар баҡсаһы ла тулыһынса заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

Йәш быуынға төплө белем һәм яҡшы тәрбиә биреү маҡсатында төҙөлгән яңы учреждение төбәгебеҙҙә ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыуға ла туранан-тура булышлыҡ итә.

Фото: Салауат районы хакимиәте.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: