-23 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Август 2021, 11:39

Эҫе көндәр бөтәме?

Ҡоролоҡ. Бөтә ер кипте, йылғалар һайыны. Уф, ҡасан был эҫе көндәр бөтә, ти кешеләр. Синоптиктар был турала нимә тиҙәр?

Эҫе көндәр бөтәме?
Эҫе көндәр бөтәме?

Ҡоролоҡ. Бөтә ер кипте, йылғалар һайыны. Уф, ҡасан был эҫе көндәр бөтә, ти кешеләр. Синоптиктар был турала нимә тиҙәр?

Башҡортостанда аномаль йәйге эҫелек тамамлана. Был аҙнала һауа температураһы түбәнәйә башлай.

Аҙнаның тәүге яртыһында көндөҙ +32, +35 градус эҫе була. Йомаға термометр бағанаһы көндөҙ 28 градусҡаса түбәнәйә, төндә лә һалҡынайта. Урыны менән ямғыр һәм йәшен фаразлана.

28 һәм 29 августа республика биләмәһендә яуым-төшөмһөҙ һауа торошо көтөлә, көндөҙ һауа температураһы +20, төндә+13, +16 градус.

Киләһе аҙна ла ҡояшлы була. Һауа көндөҙ +27 градусҡаса йылына. Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал.

 

Автор: Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас