-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Август 2021, 09:45
1

Кисә Республикабыҙҙа барған донъя чемпионаты тамамланды

21 августа "Өфө-Арена"ға йәш көрәшселәрҙең финал ярыштарын ҡарарға һәм еңеүселәрҙе ҡотларға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров барҙы. "Донъя беренселегендә алтын миҙал яулау - яҡшы уңыш. Мин дә грек-рим көрәше менән шөғөлләндем. Бер нисә тапҡыр Башҡортостан чемпионы, Рәсәй призеры булдым. Һәр ваҡыт үҫмерҙәргә спорт менән шөғөлләнергә кәрәклеген аңлатырға тырышам. Сөнки был тормошта бирешмәҫкә, физик яҡтан көслө булырға, көсһөҙҙәрҙе яҡларға ярҙам итәсәк", - тип белдерҙе ул.

“Миңә йыш ҡына: “Ниңә һин быны эшләйһең? Төрлө чемпионаттар үткәрәһең, быға аҡса, ваҡыт, энергия сарыф итәһең...” – тип әйтәләр. Ә мин донъя йәки Рәсәй чемпионаты кеүек ярыштарҙан һуң йөҙәрләгән малай һәм ҡыҙ, көслө спортсыларға ҡарап, спорт залдарына барыр һәм спорт менән шөғөлләнә башлар, тип уйлайым. Һәм, әлбиттә, һәр ваҡыт башҡорт спортсыларының республикабыҙға һәм Рәсәйгә юғары сифатлы миҙалдар килтереүен теләр инем. Һәм бөгөн мин бәхетлемен! Көрәшселәребеҙ Адлан Амриев һәм Сәйед-Хөсәйен Бакаев Рәсәйгә һәм Башҡортостанға донъя чемпионатының алтын миҙалдарын килтерҙе! Дөрөҫөн әйтәм: хыялым бар – беҙҙең башҡорт көрәшселәренең Олимпия уйындарының алтын миҙалдарын яулауын теләйем. Эшләгәнеңә ышанырға, ныҡыш һәм сәмсел булырға кәрәк. Һәм барыһы ла килеп сығасаҡ!”

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, спорт көрәше буйынса юниорҙар араһында чемпионат “Өфө-Арена”ла булды. Грэпплинг буйынса ярыштар 13-14 августа үткәрелде, 16 августан 20 авгусҡа тиклем – ирекле көрәш, 20-23 августа грек-рим көрәше буйынса ярыштар уҙғарылды. Шулай итеп, 13  августан алып Өфөлә ойошторолған чемпионатта донъяның 55 иленән 1 меңдән ашыу спортсы төрлө категорияла көс һынашты. Был көндәрҙә Өфө донъя көрәшенең баш ҡалаһына әйләнде.

Фото: glavarb.ru

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас