Өфөлә барған юниорҙар араһындағы спорт көрәше буйынса чемпионаттың финал ярыштарында Адлан Амриев 87 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Голландия спортсыһы Тайрон Стеркенбург менән көс һынашты һәм 5:1 иҫәбе менән еңде. Илебеҙ командаһынан Ислам Алиев та 77 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында алтын миҙалға өлгәште!
Шулай итеп, Рәсәйҙән өс көрәшсе лә бөгөн беренсе урынды яуланы!
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.