Уның һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта 4 меңгә яҡын кеше стационарҙа дауалана, уларҙың 2500-ө — 60 йәштән өлкән.
Яңы коронавирус инфекцияһы пандемияһы башланғандан алып 54 639 кеше ошо мәкерле сирҙе йоҡторған, 297-һе — һуңғы тәүлектә.
Шулай уҡ республикала халыҡҡа прививка яһау әүҙем дауам итә. Ә 916 кеше коронавирустан вакцинацияны тулыһынса тамамлаған, 1 миллион 104 меңе иһә беренсе компонентын ҡаҙатҡан.