-19 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Август 2021, 12:39

Истискә намаҙы

Ямғыр теләү йәки Истискә намаҙы. Ҡоролоҡ ваҡытында ямғыр яуҙырыу өсөн уҡылған истискә намаҙы – ул сөннәт намаҙ, бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең ҡоролоҡ йылдарында Аллаһы Тәғәләнән нисек ямғыр теләргә өйрәтеп ҡалдырған ғибәҙәте. Был намаҙҙы яңғыҙың да уҡырға була, йәмәғәт менән бергә лә мөмкин. Ҡырҙа, яланда, бигерәк тә һыу буйҙарында, шулай уҡ мәсеттәрҙә, биш намаҙ артынан һәм йома намаҙын үтәгәс тә уҡыйҙар.  Әгәр беренсе намаҙҙан һуң ямғыр яумаһа, икенсе тапҡыр уҡылыр, өсөнсөгә лә. Әгәр инде намаҙ алдынан ямғыр яуа башлаһа, Аллаһы Тәғәләгә маҡтауҙар уҡып, салауат һәм доғалар ҡылырға кәрәк.

Истискә намаҙы
Истискә намаҙы
Ямғыр теләү – истискә намаҙы ике рәҡәғәттән тора, ғәйет байрамдарында ҡылынған намаҙ һымаҡ үтәлә. Намаҙға сығыу алдынан саҙаҡа бирелә. Беренсе хөтбәнең башында ошо доға уҡылыр:
«Аллаһүммә-сҡинәә ғәйсан муғии­сан һәниән мәриан мәриғәдәҡән муджәллилән сәххан ғәммән табәҡән, дәимән. Аллаһүммә-сҡинәль-ғәйса үәлә тәджғәльнә минәл-ҡәнитиинә. Аллаһүммә иннәә нәстағфирүкә иннәкә күнтә, ғәффәәран фәәрсили-ссәмәә ә ғәләйнә мидраран».
Мәғәнәһе: Эй, Алла, беҙгә бар ергә үтеп, тупраҡты туйындырған, мул уңыш биргән, даими яуған ямғыр ебәр. Эй, Алла, өмөтөбөҙҙө юғалтыусыларҙан итмә. Эй, Алла, Һин ғәфү итеүсеһең, гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡа.
Хөтбә уҡығанда, ғәйет байрам­дарындағы тәҡбирҙәр урынына истиғфәр уҡыла («Әстәғфируллааһәл-ләҙи лә иләһә иллә һүүәл-хәйүл-ҡаййүм үәәтүбү иләйһ») (9 тапҡыр) .
Истиғфәрҙе күберәк ҡабатлап уҡыу хәйерле һәм ошо аятты уҡырға:
«Фәҡультү-стәғфируу раббәкүм иннәһү кәәнә ғаффәәраа.
Йурсили-ссәмәә'ә ғәләйкүм мидраараа».
Икенсе хөтбәлә истиғфәрҙе ете тапҡыр уҡыйҙар.
Ямғыр һорау доғалары
«Аллааһүммә, әсҡыйнәә ғәйҫән мүғыйҫән, мәри'ән, мәри'ән, нәәфиғән ғайра дааррин, ғәджилән ғайра әәджил».
Мәғәнәһе: «Эй, Алла, беҙгә ҡот­ҡарыусы ямғыр яуҙыр, яҡшы, күп, файҙалы, ә зарарлы (зыянлы) түгел, тиҙ ҙә булһын, ә һуңынан түгел».
«Аллааһүммә ағыҫнәә, Аллааһүммә ағыҫнәә, Аллааһүммә ағыҫнәә»
Мәғәнәһе: «Эй, Алла, беҙгә ямғыр яуҙыр» (3 тапҡыр).
«Аллааһүммә-сҡы ғибәәдәкә үә бәһәә'имәкә үәншүр рәхмәтәкә үә әхйии бәләдәкәл-мәййит».
Мәғәнәһе: «Эй, Алла, ҡолда­рыңды, хайуандарыңды ямғыр менән һуғар. Үҙ рәхмәтеңде тарат, үле һымаҡ булған илеңде терелт».
Ямғыр яуғанда уҡыла торған доға
«Аллааһүммә, саййибән нәәфиғән» .
Мәғәнәһе: «Эй, Алла, файҙалы ямғыр бир. Эй, Алла, был ямғыр файҙалы булһын».
Ямғыр яуғас уҡыла торған доға
«Мутырнәә бифәдлилләәһи үә рахмәтиһ».
Мәғәнәһе: «Алла рәхмәте һәм ниғмәте менән беҙгә ямғыр яуҙыр» .
Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас