ҠЫҘЫМ, ҠЫҘЫМ, ҠЫҘ КЕШЕ... 
Ҡыҙ балаға наҙ кәрәк. Ҡәҙерләп-һөйөп кенә үҫтерегеҙ ҡыҙҙарығыҙҙы янығыҙҙа саҡта. Кем белә, ниндәй ғаиләгә килен булып төшөр ҙә ниндәй тормош юлдашы тура килер. Ниндәй яҙмыш көтә бит балағыҙҙы. Һәр ҡаты бәрелгәнегеҙ өсөн үкенергә яҙмаһын.
Бер ҡасан да ҡул күтәрмәгеҙ балаларығыҙға, бигерәк тә ҡыҙ балаға. Ҡағылып-һуғылып үҫкән ҡыҙҙарға тормошта үҙ юлын табыуы ауыр. Уларҙың күңел төбөндә ата-әсәһенә генә түгел, бар донъяға ышанмау тойғоһо барлыҡҡа килә.
Ҡыҙ балаға ҡарата ҡаты өндәшеү, һүгенеү, йәберләү кеүек кире алымдарҙы ҡулланмағыҙ. Таштай ҡаты бәғерле ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерһәгеҙ, ҡартлыҡта үҙегеҙгә һыу биреүсе лә булмаҫ.
✅ Нимә яман, нимә яҡшы икәнен ҡыҙ балаға әсәй кеше аңлатмаһа, кем аңлатһын? Йәмғиәттә үҙ-үҙен нисек тоторға, кешеләр менән нисек итеп дөрөҫ мөнәсәбәт булдырырға, ниндәй әҙәмдәрҙән йыраҡ йөрөргә, ҡайһы ваҡыттарҙа "юҡ" тип яуап бирергә - быларҙың барыһын да, тәү сиратта, әсәй һеңдерергә тейеш ҡыҙ баланың аңына.
✅ Таҙалыҡҡа һәм тәртипкә ҡыҙ баланы, әлбиттә, әсәй өйрәтә. Түргә менеп ултырып, балаға күрһәтмәләр биреү ыңғай һөҙөмтәләргә килтермәй. Баланы, уҡыу-дәрес эштәренән бушаған мәлендә, үҙең күрһәтеп, аңлатып, бергә башҡарып ҡына өйрәтеп була эшкә.
✅ Үҙ ғаиләһендә ихтирам тигән төшөнсәне белмәй үҫкән бала үҙ аллы тормош көтә башлағас иренә, ҡайны-ҡәйнәһенә, иренең туғандарына яғымлы, ихтирамлы ҡараш күрһәтмәйәсәк. Шуға күрә, тыумыштан баланы олоно оло, кесене кесе итергә өйрәтеү шарт.
✅ Телефон тотоп ятып, балаңа көнөнә ҡырылмаһа-ҡырҡ тәрбиәүи статус ебәреү тик кире һөҙөмтәләргә генә килтереүе ихтимал. Ҡыҙығыҙ менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшегеҙ, йышыраҡ арҡаһынан һөйөгөҙ, ҡосаҡлағыҙ. Ул бит һеҙҙең балағыҙ. Үҙегеҙҙең виртуаль тормошта йәшәүегеҙ еткән. Балағыҙға ысын тормошта үҙ юлын табырға ярҙам итегеҙ.
✅ Балағыҙға асыуланыр алдынан иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле, бәпесегеҙ тыуғанда нисек ҡыуанған инегеҙ. Ниндәй һөйкөмлө бала ине кескәй сағында! Хәҙер балағыҙҙың ниндәй булыуы - һеҙҙең хеҙмәт емеше.
✅ Ҡыҙ кешегә иғтибар кәрәк. Эшегеҙ күплеккә һылтанмағыҙ. Балағыҙҙың һорауҙарына тыныс итеп яуап бирегеҙ, ярҙам һораһа, үтенесен кире ҡаҡмағыҙ.
✅ Бөхтә итеп кейенеү, самаһын белеп буяныу, ашарға бешереү, өйҙө таҙалыҡта тотоу, аҡсаның ҡәҙерен белеү, тәбиғәткә - һаҡсыл, кешеләргә яғымлы ҡараш, ҡатындарға хас нәзәкәтлелек, наҙлылыҡ тәрбиәләү - былар барыһы ла тик әсәй кеше иңдәренә ятҡан бурыс.