-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Август 2021, 12:58

28 август Учалы районында башҡорттарҙың иң ҙур берләшмәһе — Табын ырыуының йыйыны үтә

Байрам сараларының бер өлөшө Туңғатар ауылы янында үтһә, пленар өлөшө Комсомольск ауылында ойошторола.

28 август Учалы районында башҡорттарҙың иң ҙур берләшмәһе — Табын ырыуының йыйыны үтә
28 август Учалы районында башҡорттарҙың иң ҙур берләшмәһе — Табын ырыуының йыйыны үтә

Йыйында милли кейем, аш-һыу, халыҡ кәсебенә бәйле төрлө күргәҙмәләр эшләйәсәк. Ҡорама халыҡ театры Табын ырыуы тарихына арналған театрлаштырылған тамаша ҡуя. Көрәш, ат сабышы, таяҡ тартыу, уҡ атыу кеүек ярыштар ойошторола.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан хәбәр итеүҙәренсә, ырыу йыйынында балалар өсөн «Тамыр» телеканалы һәм «Аҡбуҙат» балалар журналы үҙ программаһын тәҡдим итәсәк. "Тамыр"ҙар башҡорт телендәге «Нурбостан» йәнһүрәтен күрһәтә, төрлө уйындар уйнатып «Табын ырыуы зирәген» билдәләй, шулай уҡ «Ғаилә тамырҙары» исемле фотосессия ойоштора. Унда үҙ тарихын, шәжәрәһен белгән, милли кейемдәре булған балалар һәм ата-әсәләр саҡырыла.

«Аҡбуҙат» журналы иһә төнъяҡ-көнбайыш диалектта төшөрөлгән «Шумер» йәнһүрәтен тамаша ҡылдыра, «Минең шәжәрәм» конкурсы, кескәйҙәр менән һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе ойоштора. Иң яҡшы рәсемдәр журнал биттәрендә донъя күрәсәк.

Төшкө аштан һуң йыйындың пленар ултырышы була. Комсомольск ауыл мәҙәниәт йортонда Табын ырыуының үткәненә һәм бөгөнгөһөнә байҡау яһау, төрлө төбәктәрҙә көн иткән ырыуҙаштарҙың тормошо менән танышыу, киләсәккә пландар ҡороу буйынса ҙур һөйләшеү-аралашыу ҡаралған. Был осрашыуҙа Ҡырмыҫҡалы, Балтас, Тәтешле, Архангел, Ғафури, Дәүләкән, Салауат райондарынан вәкилдәр ҡатнаша. Табын ырыуы аймаҡтары тап ошо төбәктәрҙә таралған.

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас