ҠАБАТЛАНМАҪ БАРМАҠ ЭҘҘӘРЕ
Күҙ алдына ғына килтерегеҙ, Ер шарында хәҙер күпме кеше йәшәй, ә кешелек тарихы башланғандан алып күпме кеше йәшәгән?! Һәм бөтә ошо кешеләрҙең береһенең дә бармаҡ эҙҙәре бөтөнләй бер-береһенә оҡшаш түгел!
Донъяның бер мөйөшөндә лә һинең бармағыңдағы «һүрәт» һымаҡ һүрәтле бармаҡ эйәһен тапмаҫһың. Хатта бер төрлө ДНК-лы игеҙәктәрҙең бармаҡ эҙҙәре бер-береһенекенән айырылып тора.
Бармаҡ эҙҙәре бала донъяға килмәҫ борон уҡ
тамамланған «һүрәткә» әйләнеп, тулыһынса формалашып бөтә икән. Ҡул тиреһе етди йәрәхәт алмаһа, бармаҡ эҙҙәре кешенең ғүмере аҙағынаса бөтөнләй үҙгәрмәй, шул көйөнсә ҡала. Тап бына шуның өсөн дә бармаҡ эҙҙәре бөгөн һәр кешенең «шәхес танытмаһы» булып тора ла. Ә кеше
төҙөлөшөнөң был үҙенә күрә ҡабатланмаҫ үҙенсәлеген ғалимдар бары тик XIX быуат аҙағында ғына асыҡлаған.
Әллә нисә быуаттар элек төшөрөлгән Изге Ҡөрьәндә бармаҡ эҙҙәренә лә иғтибар бирелә. Тик кеше төҙөлөшөнөң бындай нескәлектәре тураһында Мөхәммәт пәйғәмбәр (саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) йәшәгән дәүерҙә бер кемгә лә билдәле булмай. Аллаһ Тәғәлә әйткән:
✨«Беҙ уның һөйәктәрен һис ҡасан да йыя алмайбыҙ, тип уйлаймы ни кеше? Дөрөҫлөктә, Беҙ уның бармаҡтарын да элекке хәленә ҡайтарырға һәләтлебеҙ»✨ (Ҡөрьән, «Ҡиәмәт
көнө» сүрәһе, 75:3-4).