“Аманат”тың һарасай һанында ниндәй ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бар?
Ҡасан, ҡасан ғына килеп етер инде киләһе һан, тип көткәндәргә шәп яңылыҡ бар!
Яратҡан баҫмабыҙ ниндәй шәп нәмәләр менән шатландырыр икән, тиһегеҙме? Әйҙәгеҙ, уға күҙәтеү яһап алайыҡ.
Иғтибар иткәнһегеҙҙер, үтеп киткән Ҡортсо көнө менән ҡотлап, журнал тышын бал ҡорттары биҙәгән.
Журналыбыҙ был юлы һеҙҙән килгән “Ни өсөн дуҫ түгел?”, “ “Шатлыҡ”, “Йәйге ялда ла химия дәрестәре була икән?!”, “Өс дуҫ”, “Бәхет”, “Рәхмәт”, “Ғорур илем”, “Тәбиғәт”, “Аманат”, “Тормошомдоң биҙәге”, “Башҡортостан флагы” исемле әкиәт, шиғырҙар, хикәйәләр менән байытылды. Эй, афарин да инде үҙегеҙ! Күптәрегеҙ үҙегеҙҙең ижад емештәрен “Аманат”тың биттәрендә күреп, шатланыр.
Мәктәп уҡыусылары өсөн иң ҡыҙыу мәл дә етте. Уҡыу башланырға 6 көн генә тороп ҡалды.Уҡыу кәрәк –яраҡтары, кейем-һалымдарығыҙҙы әҙерләп тә бөткәнһегеҙҙер инде. Алмағандар булһа Сәлимә апайығыҙ әҙерләгән “Ҡыҙыу мәл” тигән мәкәлене уҡып сығып ниндәй кейем, аяҡ кейеме һайларға икәнен белерһегеҙ.
Балалар, арабыҙҙа Асҡын, Балтас, Борай, Ҡариҙел, Мишкә, Тәтешле райондарынан уҡыусылар бармы? Барҙыр инде. Ә һеҙ үҙегеҙҙең боронғо Танып ырыуы вәкилдәре икәнлеген беләһегеҙме? Әйткәндәй, Таныптар күрше Пермь крайының көньяҡ өлөшөндә лә йәшәй. Яугир рухлы башҡорт ырыуы хаҡында беҙгә тарихсы Азат Юлан бәйән итә.
Постерҙы биҙәгән ҡыҙҙы таныусылар ҙа булыр, моғайын. Күптән рус эстрадаһын яулап алған йырсы - Манижа бит ул. Рәсәй исеменән “Евровидение” конкурсында “Урыҫ ҡатын-ҡыҙы” йыры менән сығыш яһап, 204 балл туплап, туғыҙынсы урын алды.
Беҙҙең “Мажаралы бала саҡ” конкурсына үҙенең бәләкәй саҡта нисек итеп тултырма бешергәне тураһында Өфө ҡалаһынан Ләйлә Нөғөмәнова бәйән итте.
Ошо урында “Аманат”тың һарасай һанына күҙәтеүҙе ослап торайыҡ. Ҡалған ҡыҙыҡлы мәғлүмәтте почта йәшнигендә тиҙҙән табырһығыҙ.