Земфира Тәлғәт ҡыҙы Рамазанова 1976 йылдың 26 авгусында Өфөлә тыуған. Атаһы — тарих уҡытыусыһы, әсәһе — табип. Музыка мәктәбен «ҡыҙыл диплом» менән тамамлаған ҡыҙ спортта ла ҡалышмаған — баскетболда ярайһы ҙур уңыштарға өлгәшкән, 1990 йылда Рәсәй ҡыҙҙар йыйылма командаһы капитаны булған. 1998 йылдың башында үҙ төркөмөн булдыра, ә 1999 йылдың майынан алып Рәсәйҙә уның йырҙары яңғырамаған радио ҡалмай.
Яҡташыбыҙҙы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә уға ижади үрҙәр, яңы еңеүҙәр теләйбеҙ.
Шулай уҡ бөгөн баш ҡалабыҙҙың «Торатау» конгресс холлы эргәһендәге амфитеатрҙа данлыҡлы яҡташыбыҙ, рок йырсы Земфира Рамаҙанованың тыуған көнө айҡанлы популяр коллективтар уның йырҙарын башҡарасаҡтар.