-19 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Август 2021, 09:52

Башҡортостан йәш оҫталарҙы йыйҙы

Кисә Өфөлә Ворлдскилс Рәсәй «Йәш һөнәрмәндәр» милли чемпионаты башланды. Күләмле сараны асыу тантанаһы баш ҡалабыҙҙың «Торатау» конгресс холлы эргәһендәге амфитеатрҙа бер нисә минут элек кенә тамамланды. Унда Республика башлығы ҡатнашты.

Башҡортостан йәш оҫталарҙы йыйҙы
Башҡортостан йәш оҫталарҙы йыйҙы

Радий Хәбиров ҡатнашыусыларға уңыштар теләп, яҡташ еңеүселәрҙең 100-әр мең һум аҡса менән бүләкләнәсәген белдерҙе. Сәхнәлә популяр башҡарыусы Егор Крид сығыш яһаны, дрондар тамашаһы күрһәтелде. Ә алдағы көндәрҙә ҡатнашыусыларҙы сәмле ярыштар көтә.

Билдәле сәхнә оҫталарының сығышы, төрлө төҫтәргә күмелгән меңдәрсә дрондар, төнгө ҡараңғылыҡты биҙәгән байрам салюты. Милли чемпионатты асыу тантанаһы сағыу ваҡиғаларға бай. Тик чемпионата ҡатнашыусыларҙың күңелендә тулҡынланыу тойғоһо ла юҡ түгел. Уларҙы алдағы көндәрҙә сәмле ярыштар көтә, һөнәри оҫталыҡтарын иҫбатлау, үҙ төбәктәренең данын яҡлау талап ителә.

Башҡортостан башлығы белдереүенсә, һөнәрле кеше бер ҡайҙа ла юғалмай. Икенсе юҫыҡта эшләгән осраҡта ла ҡулың эш белеүе мөһим. Республика үҙ һөнәренең оҫтаһы булған эшсе ҡулдарға мохтаж, иҡтисадтың нигеҙендә шул ята, тине Радий Хәбиров. Ул йәштәргә уңыштар ҙа теләне. Ә республикабыҙ еңеүселәрен 100-әр мең һум күләмендге премия көтә. Финал призерҙарына 50-шәр мең һум түләү ҡаралған.Уларҙың уҡытыусыларын да ошондай уҡ күләмдә матди дәртләндереү ҡаралған.

«Йәш һөнәрмәнәдәр» милли чемпионаты Ворлдскилс стандарттары буйынса уҙғарылған иң күләмле һөнәри оҫталыҡ бәйгеһе. Унда 16-нан 25 йәшкә тиклемге һөнәри, урта уҡыу йорттары студенттары һәм үҫмерҙәр этабында мәктәп уҡыусылары ҡатнаша ала. Өфөләге бәйгелә Рәсәйҙең 76 төбәгенән командалар ҡатнаша. Барлығы 1 мең 700-ҙән ашыу конкурсант, уларҙың 600-ө – үҫмерҙәр.

Ярышта ҡатнашыусылар 100-ҙән ашыу йүнәлеш буйынса үҙ оҫталығын күрһәтә. Бөтәһе ете блок: төҙөлөш һәм төҙөлөш технологиялары, мәғлүмәт һәм коммуникация, ижад һәм дизайн, производство һәм инженер өлкәһе, хеҙмәттәр, транспорт һәм логистика, мәғариф. Иң ҙур делегация Мәскәү ҡалаһынан, 411 ҡатнашыусы, Санкт-Петербургтан - 110 кеше килеүе көтөлә. Башҡортостан командаһы 500-гә яҡын ағзанан тора. Уларҙың 280-е конкурсант, 218-е эксперт булып иҫәпләнә. Яҡташтарыбыҙ 103 төрлө бәйгелә үҙҙәренең оҫталығын күрһәтәсәк.

Теләгән һәр кем үҙен чемпионат партнёры форматында һынап ҡарай ала. Парк биләмәһендә балалар өсөн айырым зона эшләй башлаясаҡ. Унда тәжрибәле белгестәр төрлө йәштәге уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш бирергә ярҙам итә. Шулай уҡ «Йәш һөнәрмәндәр паркы» билмәһенә киләһе өс көндә бушлай инеп ҡарарға мөмкин.

Чемпионат «Мәғариф» милли проектына ингән «Йәш һөнәрмәндәр» федераль проектын ғәмәлгә ашырыу барышында йыл һайын уҙғарыла. Быйыл туғыҙынсы тапҡыр. Донъя чемпионаты иһә 2022 йылда Шанхай ҡалаһында уҙа, еңеүселәр Рәсәй командаһы составына инәсәк.

Милли чемпионатты асыу тантанаһы амфитеатрҙа ойошторолған элекке күләмле сараларҙан айырыла. Коронавирус пандемияһы менән бәйле ҡатнашыусылар менән аралашыу сикләнгән, күреүегеҙсә, улар майҙанда, ә тамашасылар өҫтәрәк ҡалҡыулыҡта урын алған. Әйткәндәй, алдағы көндәрҙә лә амфитеатрҙа сағыу тамашалар көтөлә.

Бөгөн данлыҡлы яҡташыбыҙ, рок йырсы Земфира Рамаҙанованың тыуған көнө айҡанлы популяр коллективтар уның йырҙарын башҡарасаҡ. Артабан ҡунаҡтарҙы «Шайморатов вариҫтары сигенмәй» тигән тамаша һәм Кино төнө көтә. Чемпионатты ябыу тантанаһы 29 августа уҙа. Был көндә еңеүселәр һәм призерҙар иғлан ителәсәк. Байрамдың хэдлайнеры – «Дабро» төркөмә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан алынды

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас