+23 °С
Облачно
Яңылыҡтар
26 Августа 2021, 05:40

Бик елле генә ризыҡ - хреновина!

 Ҡыштарын, һыуыҡ тейә һалып барған ваҡытта, бик елле генә ризыҡ - хреновина тап-тамам!. Шуның өсөн хәҙерҙән алдан әҙерләп ҡуйыу кәрәк.

Бик елле генә ризыҡ - хреновина!Бик елле генә ризыҡ - хреновина!
Бик елле генә ризыҡ - хреновина!

 🍅🍅🍅


2 кг.помидор
200г.һарымһаҡ ( чеснок)
200г.хрен
2 аш ҡалағы тоҙ
1 сәй ҡалағы ыуаҡ ҡыҙыл көслө борос
1 сәй ҡалағы ҡараборос

Әҙерләйбеҙ:

1. Хрен тамырын яҡшы итеп таҙартабыҙ, йыуабыҙ һәм тураҡлайбыҙ.
2. Һарымһаҡты таҙалайбыҙ
3. Ит турағыс аша хрен һәм һарымһаҡты үткәрәбеҙ
4. Помидорҙарҙы йыуып тураҡлайбыҙ һәм шулай уҡ ит турағыс аша үткәрәбеҙ
5. Бөтәһен дә бергә ҡушып болғайбыҙ, помидорҙы, хрен һәм һарымһаҡты. Тоҙ, боростарҙы ҡушып болғайбыҙ.
5. Әҙер булған хренодёрҙы стерильный банкаларға тултырабыҙ һәм таҙа ҡапҡастар м-н ныҡлап ябып ҡуябыҙ.
Бик оҙаҡ һәм яҡшы һаҡлана.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас