Ейәнсурала алдынғы уҡыусылар өсөн гранттар булдырылған
Район хакимиәте йыл да яҡшы өлгәшеүсе 5 уҡыусыға 10 мең һум күләмендә премия тапшыра. Бынан тыш уҡыу алдынғылары, активистар республика буйлап сәйәхәткә юллана.
Район педагогтары август кәңәшмәһендә яңы уҡыу йылына бурыстар барланды.
Район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов әйтеүенсә, әле төп бурыс - уҡытыу сифатын күтәреү һәм өҫтәлмә белем биреүгә иғтибар йүнәлтеү.
"Яңы уҡыу йылына барлыҡ мәктәптәр ҙә әҙер. Хәҙер барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәп, сифатлы уҡытыу процесын ойоштороу мөһим. Өҫтәлмә белем биреүгә быйыл айырыуса етди иғтибар бүленәсәк", - тип белдерҙе Дәмин Юланов (видео).
Мәғариф бүлеге етәксеһе Рәйлә Иҙелбаева Ейәнсура районы мәктәптәре уҡыусыларының йыл да торло олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашыуын билдәләне. Уның фекеренсә, башҡорт теле уҡытыусылары тәжрибәһе айырыуса иғтибарға лайыҡ.
"Башҡорт теле буйынса бәйгеләрҙә беҙҙең Район һәр саҡ алдынғы урындарҙа. Педагогтарҙың талантлы балаларҙы табыу, уларҙың һәләтен үҫтереү буйынса эшмәкәрлеген өйрәнеп, методиканы башҡа фәндәр буйынса ҡулланыу мөһим", - тип иҫәпләй Рәйлә Иҙелбаева.
Туған телдәрҙе, диалекттарҙы, тыуған яҡты өйрәнеү әһәмиәте, ҡоролтай проекттары хаҡында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Гүзәл Хәсәнова ла һөйләне. Педагогтар Лингводок проектында ҡатнашырға әҙерлеге хаҡында белдерҙе. Бынан тыш уҡысылар менән лингвистик экспедиция ойоштороу тәҡдиме лә хуплау тапты.
Ейәнсура районы ҡоролтай проекттарында һәр саҡ әүҙем ҡатнаша. Бигерәк тә төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыуға индергән өлөш хуплауға лайыҡ. Район йыш ҡына күрше Ырымбур өлкәһендәге башҡорт ауылдарында оҫталыҡ дәрестәре ойоштора, мәҙәни сараларҙа ҡатнаша.
Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф, Байғусҡаров, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Әлфәрис Байчурин һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашты.
сығанаҡ: https://vk.com/kurultaibashkir