Йәш кенә ҡыҙҙарға ҡарап уларҙың ағас бысыуына, ер ҡаҙыуына ышанырылыҡ та түгел. Әммә ландшафт дизайны һөнәре күберәк гүзәл заттарҙыҡы тип иҫәпләнә. Ә был конкурстың һынауҙары ҡатмарлы. Финалистарға таштан юл һалырға ла, ағас ултыртырға ла, фонтан арттырырға ла кәрәк.
Башҡа йүнәлештәр моделдәр, йә материалдар менән эшләһә буласаҡ ветеринарҙарға хайуандар, ҡоштар менән уртаҡ тел табырға кәрәк. Чемпионатта ҡатнашыусыларҙан төрлө сирҙәрҙе асыҡлай, дауалай белеү талап ителә. Конкурсанттарға бында ирекмәндәр ҙә ярҙам итә. Сөнки малдарҙы тәрбиәләү ҙә мөһим.
Башҡортостан вәкилдәре ҙур теләк менән ҡатнашҡан тағы бер йүнәлеш-умартасылыҡ. Шифалы балы менән дан тотҡан төбәк өсөн был һөнәр яҡшы таныш. Әммә халыҡ-ара кимләдәге чемпионаттың үҙ талаптары. Хатта рамдарҙы эшләгәндә лә миллиметрына тиклем теүәллек талап ителә. Ҡатнашыусылар бал ҡорттарының сирҙәрен асыҡлай белергә лә, сифатлы балды айыра алырға ла тейеш.
Бөгөн милли чемпионаттың икенсе көнө. Рәсәйҙең төрлө төбәгенән килгән ҡунаҡтар фекеренсә ойоштороу кимәле юғары. Айгөл Захарова Башҡортостанға күптән килергә теләгән, сөнки әсәһе ҡыҙға осраҡлы ғына ишетеп ҡалып башҡорт ҡыҙҙарының исемен ҡушҡан.
Ярышта ҡатнашыусылар 100-ҙән ашыу йүнәлеш буйынса үҙ оҫталығын күрһәтә. Бөтәһе ете блок: төҙөлөш һәм төҙөлөш технологиялары, мәғлүмәт һәм коммуникация, ижад һәм дизайн, производство һәм инженер өлкәһе, хеҙмәттәр, транспорт һәм логистика, мәғариф. Башҡортостан командаһы 500-гә яҡын ағзанан тора.
Уларҙың 280-е конкурсант, 218-е эксперт булып иҫәпләнә. Яҡташтарыбыҙ 103 төрлө бәйгелә үҙҙәренең оҫталығын күрһәтә. Миллои чемпионат Рубеж урамындағы павильондарҙа ла, башҡа майҙансыҡтарҙа ла бара. Өфө халыҡ-ара аэропортында «Һауа транспорты сервисы» йүнәлеше буйынса оҫталыҡ ярыштары ла уҙҙы.