«Видеркрафт» – автомашиналар сервисы, ә «Кеммп» йәбештереү аппараттары етештереү буйынса махсуслашҡан. Был предприятиелар милли чемпионаттың партнерҙары.
Киләсәктә был компаниялар Башҡортостандың урта һөнәри белем биреү учреждениелары менән дә хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй. Йәғни уҡыу йортонда улар үҙ оҫтахана, ҡоролмаларын урынлаштыра, ә колледждар был компаниялар өсөн белгестәр әҙерләй. Килешеү ике яҡ өсөн дә отошло, йәш белгестәргә диплом алғас эш урыны эҙләргә кәрәкмәй, ә предприятиелар квалификациялы кадрҙар менән тулыланасаҡ.