-23 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Август 2021, 15:24

БДИ-ны 100 балға йыйған 36 уҡыусы үҙебеҙҙә уҡыясаҡ!

Күптәребеҙ мәктәпте тамамлаусыларҙың артабанғы яҙмышы, уҡыу йорттарында уҡыуын дауам итеүе  тураһында ҡыҙыҡһына. Ошо темаға БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин мәғлүмәт бирҙе.

БДИ-ны 100 балға йыйған 36 уҡыусы үҙебеҙҙә уҡыясаҡ!
БДИ-ны 100 балға йыйған 36 уҡыусы үҙебеҙҙә уҡыясаҡ!

Күптәребеҙ мәктәпте тамамлаусыларҙың артабанғы яҙмышы, уҡыу йорттарында уҡыуын дауам итеүе  тураһында ҡыҙыҡһына. Ошо темаға БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин мәғлүмәт бирҙе.

Быйыл республика колледждарында 22662 бюджет урыны булдырылды, был былтырғынан 368-гә күберәк.  2021-2022 уҡыу йылына абитуриенттар 68 һөнәр һәм 121 урта һөнәри белгес төрҙәре буйынса ҡабул ителә. 13 августағы мәғлүмәттәр буйынса бөтәһе 57 мең ғариза бирелгән.

Башҡортостан Республикаһында юғары белем биреүсе 9 дәүләт вузы, Рәсәй дәүләтвуздарының 6 филиалы, дәүләттеке булмаған 2-шәр вуз һәм филиал эшләй. 2020-2021 уҡыу йылында уҡыусы студенттар һаны 97,2 мең кеше тәшкил итте, шул иҫәптән 49,4  меңе – көндөҙгө бүлектә.

Бөгөнгө көндә республика  юғары уҡыу йорттарына  145 688 ғариза бирелгән, конкурс – бер урынға  11 кеше булды. Абитуриенттар айырыуса дауалау эшмәкәрлеге, педиатрия, нефть-газ өлкәһе, ғәмәли информатика, мәғлүмәти хәүефһеҙлек, химия технологияһы, төҙөлөш йүнәлештәрен күберәк һайланы. Республика вуздарына  бөтәһе  2009 студент ҡабул ителде. Бирелгән ғаризалар буйынса  был былтырғынан  16 процентҡа күберәк.

Республика былтырҙан Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса  100 балл йыйған уҡыусылар әҙерләгән дөйөм белем биреү учреждениялары уҡытыусыларына премия  булдырылды. Премияның күләме- 50 мең һум. Был юлы был премия 90 уҡытыусыға бирелде.

Бынан тыш, быйыл Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтихандарында йөҙ балл туплап, республиканың юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндәргә республика Башлығының 150 мең һумлыҡ премияһы булдырылды. Бөгөнгә  ошондай 36 уҡыусы Башҡортостан вуздарына уҡырға инеү өсөн ғариза биргән. Әйткәндәй, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлаған Гөлназ Ишемғужина Мәскәү вуздары урынына Башҡорт дәүләт медицина университетын өҫтөнлөк биргән.

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас