+14 °С
Облачно
Яңылыҡтар
30 Августа 2021, 04:34

Кисә Өфөлә IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалы тамамланды.

Өс көн дауамында илебеҙҙең 76 төбәгенән 1800 тирәһе егет һәм ҡыҙ «Рәсәйҙең иң яҡшы йәш һөнәрмәне» исемен алыу өсөн көрәште. Республикабыҙ данын 500-ҙән ашыу белгес яҡланы.

Кисә Өфөлә IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалы тамамланды.Кисә Өфөлә IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалы тамамланды.
Кисә Өфөлә IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалы тамамланды.

Милли беренселек финалында Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцовтың, “Һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығы (ВорлдСкиллс Рәсәй)” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошманың генераль директоры Роберт Уразовтың һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне.

Әлбиттә, 105 компетенция буйынса чемпионт еңеүселәрен ҡотланылар, алдынғыларға миҙалдар тапшырылды.

– Был бик ябай булмаған көндәр булды, – тине Радий Хәбиров. – Уның ҡарауы, һеҙҙең арала еңелгән кеше юҡ. Һеҙ бөтәгеҙ ҙә профессионалдар. Һеҙгә ҙур хөрмәт менән ҡарайбыҙ, һеҙҙең сәмсел сифаттарығыҙ һоҡландыра.

Ябыу тантанаһында онлайн-режимында “Дабро” төркөмө сығыш яһаны.

#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас