Һәләтле йәштәрҙе дәртләндереү, республика һәм федераль кимәлдәге кадрҙар конкурстары тураһында ла һөйләшеү булды. Арт-квадратта йәштәр йәмәғәтселеге менән осрашыуҙар даими уҙғарыла. Быға тиклем майҙансыҡта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре һәм танылған сәнғәт оҫталары, ирекмәнлек хәрәкәте ағзалары сығыш яһаны.