-15 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Август 2021, 09:19

Башҡортостан Ворлдскиллс Рәсәй «Йәш һөнәрмәндәр» чемпионаты һөҙөмтәләре буйынса икенсе урын яуланы

Гран-при Мәскәү ҡалаһы командаһында, ә беренсе баҫҡыста-Татарстан делегацияһы. Хәбәр итеүебеҙсә, һөнәри оҫталыҡ буйынса милли беренселектә Рәсәйҙең 76 төбәгенән 1 мең 700-ҙән ашыу конкурсант ҡатнашты, уларҙың 600-е үҫмерҙәр. Башҡортостан данын урта һөнәри белем биреү учреждениеларынан һәм мәктәптәрҙән 300-гә яҡын йәш оҫталар яҡланы.

Өс көн буйы дауам иткән сәмле ярыштар тамам. Ҡатнашыусыларға был көндәрҙә бар оҫталығын, тырышлығын, фантазияһын эшкә егергә тура килә. Берәүҙәр автомобилдәр ремонтлай, икеселәре обой йәбештерә, өсөнсөләре хайуандарҙың сирҙәрен асыҡлай. Бөтәһе 100-ҙән ашыу йүнәлеш. Һәр бер һөнәр тормошта кәрәкле, мөһим. Ә Рәсәй кимәлендә һайлаған һөнәреңдең оҫтаһы икәнде иҫбатлау айырыуса ҡыуаныслы.

Еңеүселәрҙең исемдәре иһә чемпионатты ябыу тантанаһында ғына билдәле була, шуға бүләкләнеүселәрҙең хистәрен аңларға мөмкин. Башҡортостан командаһы ла яҡшы һөҙөмтә күрәһәткән, яҡташтарыбыҙ икенсе баҫҡыста. Гран-при Мәскәүҙәрҙә.

Милли чемпионат ҡунаҡтары һәм ҡатнашыусылар фекеренсә, сара юғары кимәлдә ойшторолған. Йәш оҫталарҙың да әҙерлеге көслө. Радий Хәбиров белдереүенсә, чемпионат һөнәри белем биреү системаһына яңы һулыш өрә.

Республика башлығы өфөнө милли чемпионатты даими уҙғарыу урынына әйлндереү тәҡдимен дә индергәйне. Мәскәү ҡунаҡтары фекеренсә, был урынлы фекер. был осраҡта ярыштарҙы оойштороу өсөн капиталь обьекттар төҙөргә мөмкин. Икенсенән Башҡортостанда снәғәт ныҡлы үҫешкән, эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж көслө. Әле «Алға» махсус иҡтисади зоныһы эш башлай, яңы предприятиелар асыла.

Тағы ла шуныһы иғтибарға лайыҡ, милли чемпионат ул һөнәри оҫталыҡ бәйгеһе генә түгел, сара сиктәрендә һөнәри йүнәлеш биреү ҙә алып бьарыла. Йәш быуын яңы йүнәлештәр, технологиялар менән таныша, үҙҙәрен һынап ҡарай.

Өс көн буйы дауам иткән милли беренселек тамам. Әммә унңы һөҙөмтәләре йылдар аша ла тойоласаҡ әле. Сөнки берҙән һөнәри оҫталыҡ күтәрелә, икенсенән уҡыу йорттарның матди-техник базаһы нығытыла.

#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia 

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас