+14 °С
Облачно
Яңылыҡтар
31 Августа 2021, 07:18

Ҡотлайбыҙ!

“Аманат" журналы "Бәйләнештә"ге төркөмөндә – Белем көнөнә арнап, журнал уҡыусылары араһында "Мәктәбем" тигән конкурс ойошторғайны.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡотлайбыҙ!Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Конкурсҡа 1-2 куплетлыҡ билдәле шағирҙарҙың, йә булмаһа үҙегеҙ ижад иткән шиғырҙы тасуири итеп, яттан һөйләп, видеоға төшөрөп, беҙҙең “Бәйләнештә”ге төркөмөнә һалырға кәрәк ине.

Еңеүсегә “Рәхмәт кәлимәһе” һәм “Аманат” журналы коллективынан бүләккә - мәктәп кәрәк-яраҡтары өсөн 1000 һум!

Конкурсыбыҙға бик күп кенә эштәр алдыҡ. Шулар араһынан мөхәрририәт менән Баймаҡ ҡалаһының 1-се һанлы мәктәбе уҡыусыһы Хәдиджә Ғәбдүлмәнованы һайлап алдыҡ. Ул үҙе ижад иткән “Мәктәбем” шиғыры менән еңеүсе булды! Ҡотлайбыҙ һине! "Аманат"тан киләсәктә лә айырылма. Уҡыуыңда уңыштар теләп,                                                                                                                                                                                     “Аманат” журналы мөхәрририәте.

Автор:“Аманат” журналы мөхәрририәте.
Читайте нас