-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Сентябрь 2021, 16:07

Тыуған яҡҡа алтын миҙал менән!

Токиолағы Паралимпия уйындарының тәүге еңеүселәре Башҡортостанға ҡайтты. Елена Прокофьева өҫтәл теннисы буйынса ярышта алтын миҙал яулаһа, Никита Нагаев фехтованиела бронзаға иреште.

Тыуған яҡҡа алтын миҙал менән!
Тыуған яҡҡа алтын миҙал менән!

Ҡеүәтләүсе плакаттар, шарҙар һәм гөлләмәләр. Яҡташтарыбыҙҙы «Өфө» аэропортында төбәктең спорт министры Руслан Хәбибов менән йөҙҙән ашыу көйәрмән ҡаршы алды. Дөйөм алғанда, республика спортсылары Япониялағы күләмле сарала алты наградаға лайыҡ булды. Әле лә миҙалдар өсөн көрәш дауам итә.

"Алтын миҙалға оҙаҡ барҙым, туғыҙ йыл. Бына хәҙер ул минең ҡулымда. Һуңғы уйын көсөргәнешле үтте. Франция спортсыһы көслө булды, теннис туптары ла ауыр кеүек тойолдо. Шулай ҙа бирешмәне" - ти  Елена Прокофьева, Токиолағы Паралимпия уйындары чемпионы. 

Башҡортостан спортсыһы Богдан Мозговой ҙа Токиола ойошторолған Паралимпия уйындарында алтын миҙал яуланы. Йөҙ метр араны ул яҡынса бер минут бер секундта арҡаһында йөҙөп үтеп, яңы рекорд ҡуйҙы.

3 сентябрҙә яҡташыбыҙ йыйылма команда составында йәнә ярыш майҙансығына сыға. Билдәле булыуынса, Богдан 2016 йылда уҡ Рио-де-Жанейрола үткән Йәйге Паралимпия уйындарында ҡатнашырға тейеш булған, әммә допинг ҡулланыуға бәйле нигеҙһеҙ ғәйепләүҙәр сәбәпле, күләмле ярышҡа юл ябылды.

Шулай ҙа егет маҡсатынан баш тартмай, сираттағыһында еңеүгә иреште. Финиш һыҙығын үткәс тә, спортсы ата-әсәһенә шылтыратҡан. Яҡындары улдарының уңыштарына оло ҡыуанысын белдерҙе.

Автор: Сәлимә Ҡаранаева
Читайте нас