+15 °С
Облачно
Яңылыҡтар
2 Сентября 2021, 07:26

Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай үҙенең 80 йәшен билдәләй.!!!

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы һәм әҙәби премиялар лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаев 1941 йылдың 1 сентябрендә тыуған.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай үҙенең 80 йәшен билдәләй.!!!Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай үҙенең 80 йәшен билдәләй.!!!
Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай үҙенең 80 йәшен билдәләй.!!!

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы һәм әҙәби премиялар лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаев 1941 йылдың 1 сентябрендә тыуған.

Уйлан, әсә, уйлан, ата, уйлан, бала,-
Күңелдәрҙән әҙәп, иман юйылғанда,
Холоҡһоҙлоҡ шайтан һымаҡ шашынғанда,
Кеше бөгөн шул хәлендә ҡайҙа бара?

Уйлан, әсә, уйлан, ата, уйлан, бала,-
Изге тарих, ыҙан-йола онотола,
Атай-олатай һөйәктәре, төйәктәре
Таралғанда йөрәктәргә нәфрәт тула...

Уйлан, әсә, уйлан, ата, уйлан, бала,-
Туған телең - осҡор уҡтай, татлы балдай,
Яҙмышҡайы киләсәктә кем ҡулына
Тороп ҡала - бөгөн ҡаты уйға һала...
Уйлан, бала!..

 

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас