-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Сентябрь 2021, 09:08

Бирсе, Раббым, бирсе ярҙамың...

Эй, Раббым, яралтҡанһың был донъяны,Таратҡанһың айырым, айырым халыҡтарың,Һәр беренә атап-атап ер биргәнһең, ил биргәнһең,Үҫтергәнһең бөтә яҡлап таланттарын.

Бирсе, Раббым, бирсе ярҙамың...
Бирсе, Раббым, бирсе ярҙамың...

Бирсе, Раббым, бирсе ярҙамың...

Эй, Раббым, яралтҡанһың был донъяны,
Таратҡанһың айырым, айырым халыҡтарың,
Һәр беренә атап-атап ер биргәнһең, ил биргәнһең,
Үҫтергәнһең бөтә яҡлап таланттарын.

Үҫештек бит бөгөн бөтә яҡлап,
Ҡайһылай матур итеп йәшәйбеҙ,
Тик,ниңәлер беҙгә ниҙер етмәй,
Күк күкрәтеп,ярһып йәшнәйбеҙ...

Ана,ҡара,бөгөн урман яна,
Халыҡ сәсәй төтөн еҫенә,
Эй,Раббым,бирсе,бир ярҙамың,
Араласы,ерҙе төтөндән.

Миһырбанлыҡ бирсе,ҡолдарыңа,
Бәғерҙәрҙе берүк ҡатырма,
Йәшәйештә берүк аҙаштырма,
Яҡты юлдар ассы,халҡыңа!

Өмөттәргә
ҡанат ҡуйып ебәр,
Осайыҡсы күктә,йыһанда,
Был донъяла беҙ бит ҡунаҡ ҡына,
Гөрләп йәшәйексе,туғандар!

Бер-беребеҙгә этлек ҡылмайыҡ,
Күберәк яҡшылыҡтар ҡылайыҡ,
Беҙ бит Кеше,аҡыл аңыбыҙ бар,
Яманлыҡтан ары торайыҡ,,
Самаларҙан артыҡ уҙмайыҡ,
Кешелеклекте өҫтөн ҡуяйыҡ!

 

Көнбағыштар.

Болон сәскәләре төҫ ташлаған,
Ташлаһалар,әйҙә ташлаһын,
Көнбағыштар,ана,ауыҙ йыра,
Ғорур тотоп һары баштарын.

Әүрәтәләр төҫлө кешеләрҙе,
Артыҡ бошонмағыҙ,тейҙәрме,
Беҙгә ҡара,көс-дәрт илһамың ал,
Тормош дауам итә бит әле...

Күп көттөрмәҫ , тәмле емештәре,
Ынйы бөртөгөләй теҙелер,
Көмөш кеүек ялтыр һут-майҙары,
Кибеттәргә күпләп һибелер!

Өлгө алыр кәрәк Көнбағыштан,
Бирешмәйҙәр елгә-дауылға,
Берен-бере этеп төртмәгәстен,
Еңә алмай көслө һынау ҙа...

Автор: Рима Рафиҡова
Читайте нас