+19 °С
Ясно
Яңылыҡтар
6 Сентября 2021, 06:54

Өфөнөң X-MAX галереяһында рәссам Радик Мусиндың күргәҙмәһе асылды

Авторҙың күпселек әҫәрҙәренең төп геройы – төрки халыҡтар фольклоры персонажы Шүрәле. Әкиәт геройын һүрәтләгән әҫәрҙәр һоро фонда сағыу төҫтәрҙә башҡарылған һәм мәмерйәлә төшөрөлгән рәсемдәрҙе хәтерләтә.

Өфөнөң X-MAX галереяһында рәссам Радик Мусиндың күргәҙмәһе асылдыӨфөнөң X-MAX галереяһында рәссам Радик Мусиндың күргәҙмәһе асылды
Өфөнөң X-MAX галереяһында рәссам Радик Мусиндың күргәҙмәһе асылды

Галереяла Радик Мусиндың төрлө стеналарҙа эшләнгән һүрәттәренең күсермәһе. Бында шулай уҡ авторҙың башҡа әкиәттәргә лә иллюстрациялары бар. Күргәҙмә октябргә тиклем дауам итә.

Автор:Сәлимә Ҡаранаева
Читайте нас