-3 °С
Облачно
Яңылыҡтар
6 Сентября 2021, 08:42

Коронавирус йоҡторған уҡытыусылар һәм уҡыусылар һаны артҡан

Был хаҡта республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин хәбәр итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Коронавирус йоҡторған уҡытыусылар һәм уҡыусылар һаны артҡанКоронавирус йоҡторған уҡытыусылар һәм уҡыусылар һаны артҡан
Коронавирус йоҡторған уҡытыусылар һәм уҡыусылар һаны артҡан

Башҡортостанда яңы уҡыу йылының тәүге көндәрендә COVID-19 йоҡторған уҡытыусыларҙың һәм уҡыусыларҙың бер аҙ артыуы күҙәтелә

Айбулат Хажин мәктәптәрҙә тейешле санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлеүен иҫкә төшөрҙө. Уҡыусылар ағымын бүлеү өсөн инеү урындары төрлө төҫлө маркировка менән билдәләнгән. Уҡыусыларҙы бер кабинетта уҡытыу системаһы һаҡлана. Термометрия үткәрелә. Уҡытыусыларҙың битлек режимы һаҡлана, ләкин дәрес ваҡытында уҡытыусы битлекте сисергә мөмкин. Бөгөнгә педагогтарҙың 80% яҡыны прививка яһатҡан. Мәктәптәрҙә БДМУ һәм медицина колледждары студенттарынан 1268 медицина инспекторы эшләй. Шулай уҡ 2 244 уҡытыусы медицина инспекторы сифатында эшкә тотондо.

Республикала 83 уҡыусы һаулыҡ торошо буйынса сентябрь аҙағына тиклем дистанцион уҡыуға күсерелде. Ауырыу йоҡтормау өсөн хроник сирле уҡыусылар өсөн онлайн-уҡытыуға күсереү ҡаралғайны.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас