+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Сентябрь 2021, 18:19

һауа температураһы 0, -3 градусҡаса төшәсәк

Республикала ҡырау, томан һәм елдең көсәйеүе көтөлә, тип хәбәр итә синоптиктар.

һауа температураһы 0, -3 градусҡаса төшәсәк
һауа температураһы 0, -3 градусҡаса төшәсәк

Республикала ҡырау, томан һәм елдең көсәйеүе көтөлә, тип хәбәр итәләр.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы халыҡты алдағы тәүлектә хәүефле һауа шарттары хаҡында иҫкәртте.

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, 8 сентябрҙә республикала һауа температураһының 0, -3 градусҡаса һалҡынайтыуы, һауала һәм тупраҡта ҡырау төшөүе көтөлә. Елдең тиҙлеге секундына 17 метрға етеүе ихтимал. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында төндә һәм иртән томанда күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмей.

Айназа Ямалова фотоһы. Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылы.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: