-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Сентябрь 2021, 12:06

Рөстәм Әлетдинов тамырҙарын барлай

"Оло әтәйем башҡорт булған, ә уның улдары татар тип яҙылған". Тамырҙары Балтас районының Имән ауылынан булған замандашыбыҙ ниндәй ниәттәр менән йәшәй?

Рөстәм Әлетдинов тамырҙарын барлай
Рөстәм Әлетдинов тамырҙарын барлай

«Рәсәй-1. Башҡортостан» телеканалының «Хәйерле иртә, республика!» тапшырыуында Ҡыр-танып ырыуы вәкиле Рөстәм Әлетдинов ҡатнашты һәм шәжәрәһе менән таныштырҙы.

Уның тамырҙары Балтас районы Имән ауылынан. Өс йыл элек Рөстәм Әлетдинов нәҫел-нәсәбен барлай башлаған. Шәжәрә төҙөү ниәте менән күп архив материалдары менән танышҡан, XIII-IX быуаттарҙағы ревизия яҙмаларын, метрика кенәгәләрен өйрәнә.

«Ҙур әтәйем- «башҡорт», ә уның улдары «татар» тип яҙылған. Беҙҙең Имән ауылында туған башҡорт теле урынына татар теле уҡытыла башлаған. Шәжәрәне төҙөй башлағас, ғаиләбеҙгә, ауылыбыҙ тарихына бәйле бик күп факттар асыҡланды. Әле бер китаплыҡ мәғлүмәт тупланым инде. Шәжәрә буйынса баҫма әҙерләй башланым. 2024 йылда сығышы менән беҙҙең ауылдан булған башҡорт яҙыусыһы, ғалим Әхнәф Харисовтың тыуыуына 110 йыл тула. Ул миңә алыҫ туған да килеп сыға. Ошо юбилей сараларына ла әҙерлек башланды. Утта янып юҡҡа сыҡҡан музейын яңынан төҙөргә ниәтләйбеҙ. Музейҙы асыу тантанаһына бар туғандарҙы, ауылдаштарҙы йыйырға уйлайбыҙ», – ти Рөстәм Әлетдинов.

Автор: Сәлимә Ҡаранаева
Читайте нас