Был турала Радий Хәбиров «Йәш һөнәрмәндәр» милли чемпионаты еңеүселәре менән осрашыуҙа белдерҙе. Төбәк башлығы билдәләүенсә, урта һөнәри белем биреү ойошмалары заманса компетенцияларҙа һәм күнегеүҙәрҙә квалификациялы белгестәргә ҡытлыҡ кисерә. Шуға ла дәүләт ярҙамы килеп тыуған проблеманы уңышлы хәл итергә булышлыҡ итер тигән ышаныста Башҡортостан етәксеһе.
Башҡортостан башлығы шулай уҡ «Йәш һөнәрмәндәр» милли чемпионаты финалы еңеүселәрен дә бүләкләне. Яҡташтарыбыҙ төрлө компетенцияларҙа һигеҙ алтын, 12 көмөш һәм 19 бронза яулап дөйөм команда беренселегендә икенсе урын яуланы. Радий Хәбиров билдәләүенсә, ярыштар ваҡытында яңы идеялар тыуған, яңы фекерҙәр барлыҡҡа килгән.
Өфөлә үткән чемпионат ярҙамында республикала 200-гә яҡын яңы оҫтахана барлыҡҡа киләсәк. Сөнки чемпионатта ҡулланылған ҡорамалдар урта һөнәри уҡыу йорттарына тапшырыла. Ә инде буш ҡалған павильондарҙа пилотһыҙ авиация кластерын ойошторола.