

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҙур матбуғат конференцияһын үткәрә. Ул бөгөн 19.00 сәғәттә башланасаҡ.
Нисек яуап алырға?
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәр сәхифәләрендә комментарий яҙырға кәрәк. Һылтанмалары:
vk.com/radiyhabirov
facebook.com/radiyhabirov
ok.ru/radiyhabirov
instagram.com/khabirovradii
30 секундтан ашмаған видеоһорауҙар ҡабул ителә. Бының өсөн яҡты һәм тыныс урында телефондың камераһын ятҡан (горизонталь) көйөнсә тотоғоҙ һәм баштан үҙегеҙ менән таныштырып видеоны төшөрөгөҙ. Артабан видеофайлды glavarb.ru сайты аша ебәрегеҙ.
Радий Хәбиров иң актуаль һорауҙарға ҡайтарған яуаптар Башҡортостан юлдаш телевиденияһында, "Башҡортостан 24", "Вся Уфа", "Сәләм", UTV телеканалдарының тура эфирында, социаль селтәр сәхифә-төркөмдәрендә күрһәтеләсәк.