-7 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Сентябрь 2021, 12:10

Етенсе Өфө халыҡ-ара марафонына “Голос” тапшырыуы йондоҙҙары килә.

Етенсе Өфө халыҡ-ара марафонына “Голос” тапшырыуы йондоҙҙары Нодар Ревия менән Элина Чага килә.

Етенсе Өфө халыҡ-ара марафонына “Голос” тапшырыуы йондоҙҙары килә.
Етенсе Өфө халыҡ-ара марафонына “Голос” тапшырыуы йондоҙҙары килә.

Спорт сараһы 12 сентябрҙә уҙғарыла. Унда 5500-ҙән ашыу профессиональ спортсының, йүгереүҙе, скандинав йөрөшөн һәм роллер спортын яратҡандарҙың ҡатнашыуы көтөлә. “Голос” проекты йондоҙҙары Өфөлә иң танылған музыкаль хиттарын башҡарасаҡ.

Әйткәндәй, халыҡ-ара марафонда ике километр арауыҡҡа –1300-ҙән ашыу, биш километрға – 1100, ә 10 километрға 1500 спортсы йүгерә. Быйыл марафон барышында тәүге тапҡыр спидскейтинг ойошторола. Унда ҡатнашыусылар тиҙлекле роллерҙарҙа 10 километр юл үтәсәк. Спортсыларҙың барыһына ла иҫтәлекле бүләк тапшырыла. Көйәрмәндәрҙе, ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы конкурстар һәм бүләктәр менән байрам программаһы көтә.

Сарала ҡатнашҡан һәр спортсы дистанцияла ҡатнашырға рөхсәт тураһында медицина белешмәһен, профилактик прививка тураһында сертификат йәки пцр-тест тәҡдим итергә тейеш.

10 – 11 сентябрҙә Crowne Plaza Ufa – Congress Hotel отелендә (Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 7) Өфө марафоны ЭКСПО-һы була. Унда ҡатнашыусылар беренсел пакеттарҙы, кәрәкле экипировканы, аҙыҡ-түлек алыу мөмкинлегенә эйә. ЭКСПО 10 сентябрҙә көндөҙгә сәғәт 12-нән киске 8-гә тиклем, 11 сентябрҙә иртәнге сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем эшләй. Был көндә көндөҙгө сәғәт 5-тә баш ҡаланың “Динамо” стадионында балалар старты уҙғарыла.

Әйткәндәй, марафон нигеҙендә #ЙүгерәмЯрҙамитәм хәйриә акцияһында ҡатнашырға, үҙегеҙ теләгән арауыҡты йүгереп үтеп, Өфөләге хәйриә фондарындағы балаларға ярҙам күрһәтергә була. Шулай уҡ https://www.sdelai.org/ru/events/ufimskij-mezhdunarodnyj-marafon-2021 сайтында йүгереүселәргә теләктәшлек күрһәтә алаһығыҙ. Сарала ҡатнашырға теләгәндәр ufamarafon.ru сайтында теркәлә ала.

Өфө халыҡ-ара марафоны “Аструм” компаниялар төркөмө президенты Денис Назаровтың, баш ҡала хакимиәте, Башҡоростандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ярҙамы менән ойошторола.

Автор: Сәлимә Ҡаранаева
Читайте нас