-20 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Сентябрь 2021, 11:17

Салауат Юлаевтың һәйкәле реставрациялана

Был турала Башҡортостан башлығы тура бәйләнеш ваҡытында белдерҙе. Радий Хәбиров әйтеүенсә, милли батырыбыҙҙың һәйкәлен киләһе йәй ремонтлау ҡаралған. 

Салауат Юлаевтың һәйкәле реставрациялана
Салауат Юлаевтың һәйкәле реставрациялана

Артабан баш ҡаланың Совет майҙанында Миңлеғәле Шаймратовҡа һәйкәл дә ҡалҡып сығасаҡ. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Башҡортостанда тарихи исемдәрҙе мәңгеләштереү артабан да дауам итәсәк. Быйыл асылған Альбанов музейы Өфө халҡында һәм ҡунаҡтарында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Ошонда уҡ Шаляпинға музей асыу ҡарала. Тағы ла билдәһеҙ исемдәр музейы асырға була, тине. 

Автор: Сәлимә Ҡаранаева
Читайте нас