Һуңғы йылдарҙа республикала этник ке йемгә мода барлыҡҡа килде. Милли костюмдар менән ҡыҙыҡһыныу көндән-көн арта. Милли стилдә сағыу һәм матур итеп кейенеп йөрөгән күптәрҙе урам буйҙарында осратырға була. Башҡорт халҡы борон-борондан өҫ кейеменә ҙур әһәмиәт биргән. Ата-бабаларыбыҙ, инәй-өләсәйҙәребеҙҙең кейемдәре башҡорт орнаменттары, милли нағыштар, ҡайыу-сигеүҙәр, ҡиммәтле биҙәүестәр, тәбиғи таштар, тәңкәләр һәм мәрйен-сәйләндәр менән биҙәлгән.
Элек бындай ҡыйбатлы кейем нәҫелдән нәҫелгә күскән. Хәҙер иһә боронғо костюмдар халыҡ ижады өлгөһө, ҡиммәтле тарихи экспонат булып тора. Уларҙы этнографик музейҙарҙа күргәҙмә өсөн ҡулланалар. Башҡорт халҡының тарихын сағылдырған нәфис фильмдар, театраль әҫәрҙәр өсөн һәм шулай уҡ бейеү коллективтары өсөн костюмдар әҙерләгәндә өлгө булараҡ та файҙаланалар.
Беҙ ҙә һеҙгә боронғо башҡорт ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙҙарының сигелгән күлдәктәрен күрһәтеп үтергә булдыҡ. Бәлки, һеҙҙә ошо күлдәктәрҙәге кеүек биҙәктәр эшләп, ошондай кейемде кейеп, урамда ата-бабаларыбыҙ өсөн ғорурланып йөрөрһөгөҙ!