-3 °С
Облачно
Яңылыҡтар
11 Сентября 2021, 08:14

Өфө лә «Мәҙәни шәмбе» акцияһы

Бөгөн баш ҡалала йәшәүселәрҙе һәм ҡунаҡтарҙы бай йөкмәткеле мәҙәни программа көтә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфө лә «Мәҙәни шәмбе» акцияһыӨфө лә «Мәҙәни шәмбе» акцияһы
Өфө лә «Мәҙәни шәмбе» акцияһы

«Мәҙәни шәмбе» акцияһы иртәнге сәғәт 11-ҙә Ҡала мәҙәниәт-ял итеү үҙәгендә «Виктория» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең асыҡ дәресе менән башланды. Бынан тыш, ошо үҙәктә үк «Преображение» арт-студияһы һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе лә күрһәтелде.

Нуғай мәҙәниәт йортонда көндөҙгө сәғәт 12-лә селтәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. 

Киров районының Искин мәҙәниәт йортонда төшкө сәғәт 1-ҙә «Әүҙем сәләмәтлек. Скандинав йөрөшөнөң файҙаһы» тигән семинар-практикум да уҙҙы. 

Ошо уҡ ваҡытта Өфө балалар филармонияһы алдындағы майҙансыҡта ветерандарҙың халыҡ хоры ҡатнашлығында концерт үтте. 

«Беренсе май» мәҙәни һәм ял итеү паркы биләмәһендә төшкө сәғәт 2-лә «Мин яратам һине, тормош» тигән концерт көтөлә.

Сергей Аксаков исемендәге баҡсала «Көҙгө калейдоскоп» тигән фольклор байрам концерты буласаҡ. Сара көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана.

Өфөнөң ҡала тарихы музейы өлкән йәштәгеләргә көндөҙгө сәғәт 3-тән 5-кә тиклем бушлай экскурсиялар уҙғара.

Автор:Сәлимә Ҡаранаева
Читайте нас