+16 °С
Облачно
Яңылыҡтар
14 Сентября 2021, 05:01

Көләмәстәр

- Әсәкәйем, 30 һум бирәле. - Нимәгә ул һиңә, утыҙ һум!? - Мин уны анау меҫкен генә инәйгә бирәм... - Иии, нескә күңеллемде. Мә, утыҙ һум. Ә ҡайҙа ул меҫкен генә инәй? - Анааа тора бит, туңдырма һатып

КөләмәстәрКөләмәстәр
Көләмәстәр

Уҡытыусы математика дәресендә:
- Илгизәр, әгәр һиңә дуҫың ике бесәй балаһы бирһә, күршеләрең тағы икәүҙе бүләк итһә, үҙең урамдан дүрт бесәй балаһы табып алһаң, һиндә барыһы нисә бесәй балаһы була?
- Туғыҙ!
- Туҡта, әйҙә икенсе төрлө итеп иҫәпләп ҡарайыҡ. Атайың һиңә бер ҡарбуз бирә, әсәйең ике ҡарбуз, ә өләсәйең тағы ла дүрт ҡарбуз бирә икән ти. Һиндә барыһы нисә ҡарбуз була?
- Ете.
- Һуң, шулай булғас! Ә бесәй балалары ниңә туғыҙ булды?
- Туғыҙ була инде... Өйҙә үҙемдең бер бесәй балаһы бар бит!.. Уны ҡайҙа итәйем?

 

- Зөлфиә апай, минең көндәлеккә “2”ле ҡуйығыҙ әле!..
- Ниңә һиңә икеле ҡуйырға тейешмен һуң әле, Заһит?!!
- Былай, атайым бер көндө "Әгәр икеле алып ҡайтһаң - күрмәгәнеңде күрһәтәсәкмен!" тигәйне...

 

- Әсәкәйем, 30 һум бирәле.

- Нимәгә ул һиңә, утыҙ һум!?

- Мин уны анау меҫкен генә инәйгә бирәм...

- Иии, нескә күңеллемде. Мә, утыҙ һум. Ә ҡайҙа ул меҫкен генә инәй?

- Анааа тора бит, туңдырма һатып

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас