-15 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Сентябрь 2021, 15:40

Мөғжизәле донъя

Донъялағы иң ҡыйбат хаҡҡа, йәғни 1 миллион 500 мең долларға һатылған эт – ул Тибет ҡыҙыл мастифы тоҡомло Биг Сплаш (Biq Splash) тигән ҡушаматлы эт була. Уны Ҡытай бароны һатып ала. Ҡытайҙа был тоҡомло эттәр, ҡиммәтле автомобиль һәм ювелир әйберҙәр менән бер рәттән, байлыҡ символы булып иҫәпләнә.

Мөғжизәле донъя
Мөғжизәле донъя

Японияла өйҙә һәр ваҡыт тырма булырға тейеш, тип иҫәпләйҙәр. Унда Яңы йылға ҡарай шуның менән бәхетте тырмап алырға мөмкин тигән ышаныу бар. Бамбук тырманы (кумаде) 10 сантиметрҙан алып 150 сантиметрға тиклем эшләйҙәр һәм уны төрлө һрәт, бетеүҙәр менән биҙәйҙәр.

***

Донъялағы иң ҡыйбат хаҡҡа, йәғни 1 миллион 500 мең долларға һатылған эт – ул Тибет ҡыҙыл мастифы тоҡомло  Биг Сплаш (Biq Splash) тигән ҡушаматлы эт була. Уны Ҡытай бароны һатып ала. Ҡытайҙа был тоҡомло эттәр, ҡиммәтле автомобиль һәм ювелир әйберҙәр менән бер рәттән, байлыҡ символы булып иҫәпләнә.

***

Саяндар аҙыҡһыҙ бер йылдан ашыу йәшәй ала. Уны туңдырып, бер нисә аҙнанан кире иретһәң дә тере ҡаласаҡ.

***

Донъялағы иң ҙур еңел автомобиль – Ford F650. Уның ауырлығы 12 тоннаға яҡын, ә хаҡы – 80 мең доллар.

***

Динго эттәре  иң тоғроларҙан  иҫәпләнә: улар хужаһына һуңғы көнөнә тиклем хеҙмәт итә. Әгәр ҙә хужаһының балалары булһа, был эттәр сабый менән уйнай һәм уны һаҡлай.

***

Ғалимдар кешенең шайығында ауыртыуҙы морфинға ҡарағанда алты тапҡырға нығыраҡ баҫа торған опиорфин матдәһе барлығын асыҡлаған.

***

Корея ғалимдары шәкәр диабеты менән ауырыған кешеләрҙең ҡанындағы глюкоза кимәлен билдәләүсе пластырь уйлап сығара. Кәрәк саҡта был пластырь автоматик рәүештә  шәкәрҙе кәметеүсе препаратты индерә.

***

Нидерландыла йәнлектәр трасса аша хәүефһеҙ хәрәкәт итһен өсөн күпер эшләнгән.

***

Бер йыһан секунды ерҙәге 500 йылға тиң.

***

Әгәр кеше һәр ваҡыт төрлө почерк менән яҙһа, был уның хисле һәм ижади яҡтан һәләтле икәнлеге хаҡында һөйләй.

***

Бразилияла иҫ киткес ғәжәп урындарҙың береһе – Ленсойс-Мараньенсис тигән милли парк. Унда 40 метр бейеклектәге аҡ ҡом дюналары матур күлдәр менән аралашҡан.

***

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас