Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ мәктәбендә “Аманат”тың тоғро дуҫтары белем ала. Уларҙан өлгө алырлыҡ: журналда ниндәй генә конкурс булмаһын, һәр береһендә әүҙем ҡатнашып торалар. Шиғырын да яҙалар, һүрәтен дә төшөрәләр, ҡул эштәренә лә оҫталар һәм фото төшөрөргә лә яраталар.
Беҙҙең дуҫыбыҙ Асҡар Харунов "Аманат" журналының "Яҙыл да бүләк от!" уйынында ҡатнашып стена сәғәте отоу уңайынан матур сара үтте. Балалар һәм уҡытыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алды. Улар араһынан беҙ уҙғарған ҡыҫҡа ғына викторина-уйыныбыҙҙа дөрөҫ яуап ҡайтарыусылар “Аманат”тың иҫтәлекле бүләктәрен отто.
Шулай уҡ традицион “Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!” һәм “Бөтөн мәктәп менән “Аманат”ҡа!” конкурстары ла уҡыу йылы менән бергә старт алғанын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.
Шарттары элеккесә: бөтөн уҡыусылары ла яҙылған мәктәпкә “Аманат”тың стена сәғәте тапшырыласаҡ һәм ул мәктәп хаҡында журналда мәҡәлә баҫыласаҡ. Ә синыфҡа иһә етәксеһенең исеме яҙылған Маҡтау билдәһе ебәреләсәк.
Әйткәндәй, улар уҡытыусыларға категорияларын күтәреүгә бик ныҡ ярҙам итә.