+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Сентябрь 2021, 09:22

“Пушкин картаһы» Шәйехзада Бабич музейында

Дүртөйлө районы Әсән ауылында Милли әҙәбиәт музейы филиалы – Шәйехзада Бабич музейында «Музей ниндәй серҙәр һаҡлай?» тигән квест-уйын үтте. Был матур сараға  14 йәштән 22 йәштәге үҫмерҙәр һәм йәштәргә  “Пушкин картаһы” менән инеү мәмкинселеге булдырылды.

“Пушкин картаһы» Шәйехзада Бабич музейында
“Пушкин картаһы» Шәйехзада Бабич музейында

Дүртөйлө районы Әсән ауылында Милли әҙәбиәт музейы филиалы – Шәйехзада Бабич музейында «Музей ниндәй серҙәр һаҡлай?» тигән квест-уйын үтте. Был матур сараға  14 йәштән 22 йәштәге үҫмерҙәр һәм йәштәргә  “Пушкин картаһы” менән инеү мәмкинселеге булдырылды. Сарала Дүртөйлө һәм Әсән урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары, күрше район һәм ҡалаларҙан ҡунаҡтар ҡатнашты.

   Музей хеҙмәткәрҙәре балаларҙы яңы уҡыу йылы башланыу менән тәбрикләне һәм улар менән мауҡтырғыс квест-уйын үткәрҙе. Ҡатнашыусылар өсөн музей һәм уның экспонаттары өр-яңы яғы менән асылды.Уҡыусылар тикшеренеүсе ғалимдар ролендә уйындың шарттарын үтәү, һорауҙарға яуап биреү барышында ата-бабаларыбыҙ 19 быуат аҙағында, 20 быуат башында ҡулланған көнкүреш әйберҙәре менән таныштылар, уларҙың хәҙерге ҡулланыштаран тикшерҙеләр.

   Квестың һуңғы шарты ҡатнашыусыларҙы серле ҡумтаға алып килде. Уҡыусылар унда улар өсөн йәшерелгән приздар табып шатландылар.

Сара йылы дуҫлык атмосфераһында үтте, ҡатнашыусылар бөтә шарттарҙы ла дөрөҫ үтәнеләр, был фәһемле саранан ҡәнәғәт ҡалдылар, улар үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан астылар.

Шәйехзада Бабич музейы үҙенең ҡунаҡтарын “Пушкин картаһы” сиктәрендә үткәрелгән сараларға саҡырып ҡала.

“Пушкин картаһы» Шәйехзада Бабич музейында
“Пушкин картаһы» Шәйехзада Бабич музейында
“Пушкин картаһы» Шәйехзада Бабич музейында
“Пушкин картаһы» Шәйехзада Бабич музейында
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: