-19 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Сентябрь 2021, 09:29

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы йоҡтороусылар 316 кешегә артҡан

Пандемия башланған осорҙан төбәктә яңы инфекция менән сирләүселәр 61 930-ға етте. Бөгөн сирлеләрҙең 748-е стационарҙарҙа дауалана. Ауыр хәлдәге 50 пациенттың 11-е ИВЛ аппаратына тоташтырылған. Тағы ла 5 438 кеше амбулатор дауаланыу курсы үтә.

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы йоҡтороусылар 316 кешегә артҡан
Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы йоҡтороусылар 316 кешегә артҡан

Тәүлек эсендә сирҙән 307 кеше һауығып сыҡҡан, яңы инфекция 15 кешенең ғүмерен өҙгән. Төбәктә халыҡты коронавирусҡа ҡаршы вакциналау дауам итә. Прививка кампанияһы башланғандан алып республикаға 1 656 508 доза вакцина килтерелгән. Беренсе компонентты 1 231 652 яһатып өлгөргән. Вакцинацияны тулыһынса тамамлаусылар 1 114 626-ға еткән. Тәүлек эсендә республикала тағы ла 10 893 кеше прививка яһатҡан.

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас