-23 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Сентябрь 2021, 12:21

Өфө ҡалаһында автокүпбәйге буйынса Бөтә Рәсәй беренселеге үтте

Сара Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамында “Сифатлы автомобиль юлдары” дөйөм дәүләт проекты нигеҙендә тормошҡа ашырылыусы “Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге” федераль проектына ярашлы ойошторолдо.

Өфө ҡалаһында автокүпбәйге буйынса Бөтә Рәсәй беренселеге үтте
Өфө ҡалаһында автокүпбәйге буйынса Бөтә Рәсәй беренселеге үтте

Өс көн дауамында егеттәр һәм ҡыҙҙар автомобилдәрҙә тиҙлек манёврҙары күнекмәләрен, юл хәрәкәте белемен һәм машинаның запас тәгәрмәсен алмаштырыуҙа оҫталыҡтарын күрһәтте. Шулай уҡ һәр төбәк үҙенең визит карточкаһын да тәҡдим итте. Ярыштарҙа илдең 31 төбәгенән йәш егет-ҡыҙҙарҙан тупланған 35 команда ҡатнашты, барлығы – 140 спортсы. Еңеүселәр бер нисә номинация буйынса команда һәм шәхси зачётта билдәләнде: "Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеү", "Запас тәгәрмәсте алмаштырыу", "Автомобилде фигуралы йөрөтөү буйынса оҫталыҡ", "Визит карточкаһы". Башҡортостан Республикаһы бындай сарала икенсе тапҡыр ҡатнаша. Республикабыҙ данын Ишембай, Ғафури райондары, Октябрьский һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларының егет-ҡыҙҙарынан тупланған йыйылма командалары яҡланы. Тәгәрмәсте алмаштырыу дисциплинаһында беҙҙең "Алға" командаһы – 2-се, ә ижади конкурста 1-се урын алды.

Автор: Сәлимә Ҡаранаева
Читайте нас