0 °С
Облачно
Яңылыҡтар
20 Сентября 2021, 06:50

Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар!

Балаларҙың уҡый башлауына бер айҙа үтмәне, тик асыҡланыуынса, ҡайһы бер мәктәптәрҙә балалар һәм уҡытыусылар коронавирус менән сирләй башлаған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар!Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар!
Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар!

Ковид менән дауаханаға килеүсе балалар арта, улар йыш осраҡта инфекцияны ауырыраҡ үткәрә.

Сирҙең клиник билдәләре лә үҙгәрә. Йүткереү, тымау һәм юғары температуранан  тыш,  ауырыуҙың ҡоҫоуы ла мөмкин.

Ата-әсәләр балаларын нисек яман вирустан һаҡлай ала? “Балаларҙы ковидтан яҡлау –  беренсе сиратта, сирҙән үҙеңде һаҡлау. Санитар хәүефһеҙлек  ҡағиҙәләрен (битлек, бирсәткә кейеү, ҡулдарҙы эшкәртеп йөрөү) күҙәтеүҙән  тыш, ата-әсәләргә, 18 йәштән өлкәнерәктәргә вакцина эшләтергә кәрәк”, - тип билдәләй  табиптар.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас