Лилиә Әбүзәрова. Ғафури районының Таш-Аҫты ауылынан: “9 йәштәмен. Һүрәт төшөрөргә, төрлө башватҡыстар сисергә, йөҙөргә, әҙәби китаптар уҡырға яратам” ти.
Алтынай Әбсәләмова. Стәрлетамаҡ ҡалахынан: “Буш ваҡытымда йөҙөргә, һүрәт төшөрөргә, «Флоксики» исемендэге вокал студияхына йөрөйөм.
Динә Лоҡманова .Ғафури районының Сәйетбаба ауылынан: "Мин тик “5" билдәләренә генә уҡыйым. Төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашам, ауыл мәҙәниәт йорто "Йәйғор" бейеү ансамблендә шөғөлләнәм”.
Элиза Исламова. Нуриман районының Ҡыҙылъяр ауылынан: “Буш ваҡытымда һүрәт төшөрәм, китаптар уҡыйым, әсәйемә аш-һыу бешерергә ярҙамлашам. Киләсәктә дизайнер булырға теләйем!”.
Валерия Полякова. Туймазы районының Серафимовка ауылынан: “Һүрәт төшөрөргә, бейергә, китаптар уҡырға, шиғырҙар ятларға яратам. Киләсәктә әсәйемә оҡшап шәфҡәт туташы булырға хыялланам!”.