-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Сентябрь 2021, 09:17

Кисә Радий Хәбиров Өфөнөң 109-сы һайлау участкаһында тормош иптәше Каринэ Владимировна менән бергә тауыш биргән.

«Башҡортостан» концерт залы һайлаусылар өсөн мәҙәни программа ла тәҡдим итте. Бында балалар, йәштәр ижади коллективтары, «Поколение» академия хоры сығыш яһаны. Фойела сувенирҙар менән сауҙа итеү ҙә ойошторолған, бында милли биҙәүестәр ҙә, башҡа әйберҙәр ҙә алырға мөмкин ине.

Кисә Радий Хәбиров Өфөнөң 109-сы һайлау участкаһында тормош иптәше Каринэ Владимировна менән бергә тауыш биргән.
Кисә Радий Хәбиров Өфөнөң 109-сы һайлау участкаһында тормош иптәше Каринэ Владимировна менән бергә тауыш биргән.

Һайлау участкаһы ағзалары әйтеүенсә, әлегә граждандарҙың 50 проценттан ашыуы тауыш биргән. Радий Хәбиров билдәләүенсә, һайлауҙар ил өсөн мөһим ваҡиға, Дәүләт Думаһының эшмкәрлегенә Рәсәйҙең сәйәси-иҡтисади курсы бәйле.

Сараның өс көн дауам итеүе лә уңайлы, тине Радий Фәрит улы. Берҙән, коронавирус ваҡытында санитар-эпидемология талаптарына ярашлы кеше күпләп йыйылмай, икенсенән кешеләр һайлау участкаһына үҙҙәренә ҡулай ваҡытта килә ала.

Каринэ Хәбирова әйтеүенсә, һайлауҙарҙа ҡатнашыуҙы ул ғаилә традицияһы итеп ҡабул итә. Сөнки уның яҡындары һәр ваҡыт тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнаша, сәйәси кампаниянан ситтә ҡалмай. Ә хәҙер быуындар күсәгилешлеген улар һаҡлай. Тауыш биреү һәр кемдең гражданлыҡ бурысы, ти Каринэ Владимировна.

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас