-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Сентябрь 2021, 11:20

Бишбүләк районында бер нисә “Үҫеш нөктәһе” асылды

Райондың Уҫаҡкисеү, Баҙлыҡ һәм Дим мәктәптәрендәге кабинеттар “Үҫеш нөктәһе” кабинеты итеп үҙгәртелде. Уларҙың барыһы ла тәбиғи-ғилми йүнәлештә эшләйәсәк.

Бишбүләк районында бер нисә “Үҫеш нөктәһе” асылды
Бишбүләк районында бер нисә “Үҫеш нөктәһе” асылды

Рәсәй Федерацияһында “Мәғариф” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Илебеҙ Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың һәммәһенең дә төп маҡсаты – уҡыусы балаларҙың киләсәген хәстәрләү, граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу. 

Башҡортостан етәкселеге лә мәғариф тармағына етди иғтибар бүлә. Мәҫәлән, “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” федераль проекты нигеҙендә Бишбүләк районындағы бер нисә белем усағында “Үҫеш нөктәһе” үҙәге барлыҡҡа килде. Райондың Уҫаҡкисеү, Баҙлыҡ һәм Дим мәктәптәрендәге кабинеттар “Үҫеш нөктәһе” кабинеты итеп үҙгәртелде. Уларҙың барыһы ла тәбиғи-ғилми йүнәлештә эшләйәсәк. Бынан ары ошо белем усаҡтарында дәрестәр заманса приборҙар һәм материалдар ярҙамында үткәреләсәк.

Биология, химия һәм физика йүнәлешендә асылған “Үҫеш нөктәһе” кабинеттарын асыу тантанаһында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Салауат Харасов һәм Бишбүләк районы хакимиәте башлығы Артур Зарипов ҡатнашты, изге теләктәрен еткерҙе. Заманса шарттарҙа белем алған балалар өсөн педагогтар айырыуса шат.

Фото: https://srk.nationalpriority.ru/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/150112

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Илдар Акьюлов
Автор: "Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас