🌸 Ир бала – ата-инәгә таяу, ҡыҙ бала – өйгә яҡҡан буяу.
🌸 Ир балаға ат кәрәк, ҡыҙ балаға – ҡанат.
🌸 Ир бала – йортҡа терәк, ҡыҙ бала – йортҡа биҙәк.
🌸 Ир бала тап, иркенләп ят.
🌸 Кеше малы мал түгел, атай малы йәл түгел.
🌸 Кешене белгең килһә, ҡылығына ҡара, баланы белгең килһә, уйынына ҡара.
🌸 Көтә белһәң – бала, көтә белмәһәң – бәлә.
🌸 Күлдең йәме ҡама менән, өйҙөң йәме бала менән.
🌸 Ҡарға ла балаһына «аппағым» тиер, терпе лә балаһына «йомшағым» тиер.
🌸 Ҡыҙ ҡыҙлы булмаҫ, әсә ҡәҙерен белмәһә, ул уллы булмаҫ, ата ҡәҙерен белмәһә.
🌸 Йүнһеҙ бала ата йортон хурлар.
🌸 Мөгөҙөн һындырғанды болан онотмаҫ, атаһын хурлағанды улы онотмаҫ.
🌸 Әсә күңеле балала, бала күңеле далала.
Сығанаҡ: https://vk.com/club117353022