-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Сентябрь 2021, 11:10

Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле ике меңдән ашыу бала карантинға ебәрелгән

Республикала тотош ғаилә менән Ковид-19 инфекцияһын йоҡтороп, дауаханаға эләгеүселәр артҡан, хатта, бер айлыҡ ҡына сабыйҙар ҙа стационарға ҡабул ителә. Белгестәр фекеренсә, бәлә башы – ата-әсәләрҙең ваҡытында коронавирусҡа ҡаршы вакцинация үтмәүендә. Сирҙең клиник картинаһы үҙгәргән. Юғары температура, йүткереү, тымау, хәлһеҙлеккә уҡшыу ҙа өҫтәлгән.

Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле ике меңдән ашыу бала карантинға ебәрелгән
Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле ике меңдән ашыу бала карантинға ебәрелгән

Статистика ҡыуандырмай. Республикала коронавирус асыҡланған өс йөҙҙән ашыу бала стационар һәм амбулатор шарттарҙа дауалау курсы үтә. Тағы ла ике меңгә яҡын малай-ҡыҙ ковид-19 инфекцияһы менән зарарланыу ихтималлығына тикшерелә. Белгестәр билдәләүенсә, сир сигенергә уйламай. Коронавирустың дүртенсе тулҡыны көтөлә.

Быға, тәү сиратта, балаларҙың яңы уҡыу йылы башланыуы, ә өлкәндәрҙең отпускынан эш урындарына ҡайтыуы сәбәпсе. Табиптар иммунитетты нығытыуҙа вакцинацияның мөһимлеген иҫкәртә. Шул уҡ ваҡытта гриппҡа ҡаршы ла прививка яһатыу кәңәш ителә.

Сөнки ике инфекция бер туғандар кеүек кеше организмы өсөн ҙур хәүеф менән янай. Өфөнөң 1-се поликлиникаһында ай башынан ғына утыҙ меңдән ашыу кеше гриппҡа ҡаршы вакцина яһатҡан, уларҙың күбеһе оло быуын вәкилдәре.

Сентябрь башында республикаға грипҡа ҡаршы вакцинация ойоштороуға 1 миллион дана препарат килтерелгәйне. Улар район-ҡала медицина учреждениеларына таратылды. Прививка яһатырға килгәндә, мотлаҡ рәүештә табип менән кәңәшләшергә кәрәк. Сөнки алдан коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһатҡан осраҡта, бер ни тиклем ваҡыт көтөү талап ителә.

Роспотребнадзор мәғлүмәттәренә ярашлы, ил халҡының алтмыш процентына грипҡа ҡаршы вакцинация ойоштороу планлаштырыла. Республикала был күрһәткес яҡынса ике миллион ярым кеше тип иҫәпләнә. Сентябрь аҙағынан айырыуса мәктәп йәшендәгеләр иғтибар үҙәгенә алынасаҡ.

 
Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас