-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Сентябрь 2021, 11:20

Мәктәптәрҙе Росгвардия һаҡлаясаҡ

Унда Рәсәйҙең бөтә белем усағын Росгвардия һаҡлауына тапшырыу тәҡдим ителәсәк. Ошо хаҡта палата секретары урынбаҫары Владислав Гриб белдерҙе.

Мәктәптәрҙе Росгвардия һаҡлаясаҡ
Мәктәптәрҙе Росгвардия һаҡлаясаҡ

«Беҙ профилле структураларға мөрәжәғәт итәсәкбеҙ. Бөтә мәғариф учреждениеһын да Росгвардия һаҡларға тейеш тип иҫәпләйбеҙ. Атом электр станцияларына, йәшерен хәрби объекттарға булған иғтибар вуздарға һәм башҡа уҡыу йорттарына ла булырға тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғары уҡыу йорттарында хәүеф ҙур. Быны танырға кәрәк. Дәүләт Думаһының яңы составы иң тәүҙә ошо эш менән шөғөлләнер, тип ышанам».

Ниһайәт. Ошо тәҡдим күптән бойомға ашырылған булһа, бәлки, был тиклем фажиғә ҡупмаҫ ине. Нисек уйлайһығыҙ?

Автор:Инсаф Хужабирганов

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас