+6 °С
Ясно
Яңылыҡтар
22 Сентября 2021, 06:06

Республика ғалимдары 90 миллион грант отҡан

Башҡорт дәүләт университеты Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге менән берлектә омикс- технологиялар булдырыу өҫтөндә эшләйәсәк. Ул Евразия Милли мәғариф үҙәге проекттарына инә.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Республика ғалимдары 90 миллион грант отҡанРеспублика ғалимдары 90 миллион грант отҡан
Республика ғалимдары 90 миллион грант отҡан

Өфөлә биомәғлүмәт анализдар үҙәге асыу күҙаллана. Ғалимдар төбәктәге күп быуатлыҡ этник үҙенсәлектәрҙең, тирә-яҡ мөхиттең гендарға, нәҫел ауырыуҙарына тәьҫирен өйрәнәсәк. Был тикшеренеүҙәр сирҙәрҙең килеп сығыу сәбәптәрен асыҡлау һәм яңы препараттар булдырыуҙа ярҙам итәсәк. Биохимия, генетика һәм биотехнологияларҙың заманса проблемалары Өфөлә өсөнсө Бөтә Рәсәй ғилми кәңәшмәһендә ҡарала. Форумға сит ил вәкилдәре лә саҡырылған.

Сығанаҡ: https://bash.news/bash/news/160718-respublika-galimdary-90-million-grant-otkan  

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас