+2 °С
Облачно
Яңылыҡтар
23 Сентября 2021, 04:23

Республиканың 12 районында белем усаҡтары дистанцион форматҡа күсерелә

Был республикала коронавирус йоҡтороусылар һаны артыуға бәйле.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республиканың 12 районында белем усаҡтары дистанцион форматҡа күсереләРеспубликаның 12 районында белем усаҡтары дистанцион форматҡа күсерелә
Республиканың 12 районында белем усаҡтары дистанцион форматҡа күсерелә

Башҡортостандың 12 районында мәктәптәр ситтән тороп уҡыуға күсерелә. Яҡынса мәғлүмәт буйынса дистанцион формат ике аҙнаға һуҙылыуы ихтимал. Был саралар КОВИД-19 вирусы таралыуын иҫкәртеү маҡсатында күрелә.

Хәлде тотороҡландырыу тәҡдиме менән Башҡортостан мәғариф һәм фән министрлығына Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү федераль хеҙмәте идаралығы мөрәжәғәт иткән. 5-сенән алып 8-сегә тиклем һәм 10-сы синыф уҡыусыларын ситтән тороп уҡытыуға күсереү мәсьәләһе тиҙ арала хәл ителергә тейеш.

Барлыҡ мәктәп уҡыусылары иҫәбенән алғанда онлайн форматҡа 4 проценттан ашыу уҡыусы күсә. Был сара республикала коронавирус йоҡтороусылар һаны артыуға бәйле күрелә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала тәүлегенә 300-ҙән ашыу яңы осраҡ теркәлә.

Автор:Сәлимә Ҡаранаева
Читайте нас