-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Сентябрь 2021, 14:38

Контроль эштәр кәметеләсәк

Мәктәптәрҙә контроль һәм тикшереү эштәрен кәметергә ҡушҡан. Был турала Кремль сайтында яҙылған. 

Контроль эштәр кәметеләсәк
Контроль эштәр кәметеләсәк

Уҡыусыларҙың белемен тикшереүҙе методик яҡтан нигеҙләнгән режим буйынса ойошторорға кәрәклеге билдәләнә. Рәсәй буйынса мәғарифты күҙәтеү хеҙмәте менән Мәғариф министрлығына 2022 йылдың 1 июленә тиклем ошо турала доклад әҙерләргә ҡушылған.

Быға тиклем Рособрнадзор контроль эштәрҙе беренсе һәм һуңғы дәрестәрҙә, шулай уҡ аҙнаның тәүге һәм һуңғы көндәрендә үткәрмәҫкә кәңәш иткәйне. Ведомство етәксеһе Анзор Музаев бер көндә бер генә тикшереү эше үткәрелергә тейешлеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алғайны. 

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас